Ветерандарға хеҙмәт күрһәтеү айлығында 4806 күсмә бригада эшләгән. Медицина белгестәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарына, тыл ветерандарына, яугирҙарҙың тол ҡатындарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, концлагерҙар тотҡондары булыусыларға барған.
Беләһегеҙ, әле илдә "Һаулыҡ һаҡлау", "Демография" милли проекттары (12 милли проект араһында) ғәмәлгә ашырыла. Һуғыш ветерандарына күрһәтелгән иғтибар һәм ярҙам да ошо проекттарҙың маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итер тигән өмөт бар.