Өфө районының Кузнецов затоны микрорайоны халҡы күптән көтөлгән ваҡиғаның шаһиты булды.
Һынаусылар урамындағы, 21 - се йортта, заман талаптарына яуап биргән 757,3 квадрат майҙанда урынлашҡан балалар баҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге 64 баланы 4 төркөмгә ҡабул итте. Төркөм бүлмәләренән тыш, бында музыка залы, медицина кабинеты, аҙыҡ - түлек блогы ла бар. Ике метрлы бейек ҡойма менән уратып алынған бинаның тирә - яғы ла төҙөкләндерелгән. Ял итеү урынында балалар өсөн 970 метр майҙанда уйын, спорт майҙансыҡтары ла бар шартына ярашлы, уңайлы итеп урынлаштырылған. Ҙур булмаған әкиәт йорттары, сәңгелдәк, ҡомлоҡтар иғтибарға лайыҡ. Бинала, уның тирәләй булған хәл - ваҡиғаларҙы контролдә тотоу йәһәтенән видеокүҙәтеү системаһы, янғынды белгертеүсе извещателдәр ҙә ҡуйылған.
Балалар баҡсаһын төҙөү өсөн дөйөм 49 млн.һум аҡса тотонолһа, ә "Демография" милли проект сиктәрендә федераль бюджеттан 35,4 млн.бүленгән. Йәштәр микрорайоны булған Кузнецов затонында артабан да яңы социаль - мәҙәни объекттар асылыуы күҙаллана.