Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Февраль 2020, 10:50

Милли проект: Йәштәр теләгән һөнәрен алырға тейеш

Оҫтаханалар төҙөүгә 47,5 миллион һум аҡса, шул иҫәптән 9,6 миллионы республика ҡаҙнаһынан, йәлеп ителгән.

Башҡортостан Башлығы Әлшәй районына эш сәфәре менән барҙы. Радий Хәбиров Ким ауылындағы Аксен агросәнәғәт колледжына инеп сыҡты. Был уҡыу йорто республикала иң элеккеләрҙән һанала - эшләй башлауына 120 йылдан артыҡ. Былтыр колледж "Мәғариф" милли проектына ярашлы, WorldSkills стандарттары буйынса оҫтаханаларҙы йыһазландырыу ҡорамалдары алыр өсөн грантҡа лайыҡ булды.
Бөгөн был уҡыу учреждениеһында 870 кеше белем һәм һөнәр ала. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы грантына биш оҫтахана булдырылған: "Агрономия", "Ауыл хужалығы биотехнологиялары", "Сити-фермерлыҡ", "Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу" һәм "Ветеринария". Оҫтаханалар төҙөүгә 47,5 миллион һум аҡса, шул иҫәптән 9,6 миллионы республика ҡаҙнаһынан, йәлеп ителгән.
Бындағы бер лабораторияны ҡорорға "Таврос" компаниялар төркөмө булышлыҡ иткән. Студенттар ошо компания составындағы "Башҡорт ит компанияһы" предприятиеларында стажировка үтә. Уҡып бөткәс тә, шунда эшкә бара.
"Башҡорт ит компанияһы"ның генераль директоры Ринат Зәйнуллин әйтеүенсә, бында йәштәрҙе тиҙҙән ғәмәлгә ашырыласаҡ ҙур инвестиция проекты ла ылыҡтырасаҡ. Ул проект "Әлшәй-ит" комбинатын реконструкциялауҙы күҙаллай. 190 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Яңылыҡ авторы:"Йәшлек"
Читайте нас: