Йәйғор
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль 2020, 11:30

Милли проект: уңайлы мөхиткә хоҡуҡлыбыҙ

Ҡала, ауылдарыбыҙ әкренләп матурлана шикелле.

Ҡала, ауылдарыбыҙ әкренләп матурлана шикелле. Быйыл Зауыҡлы биләмәләр йылы саралары буйынса ла ҙур эштәр башҡарыласаҡ. Ә ҡалаларыбыҙ Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ла үҫә. БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡалаларҙың тарихи урындарын һаҡлауға бәйле фекерен яҙып ҡуйҙы.
"Вот так будет выглядеть к концу 2020 года исторический центр Бирска. Самое главное – площадь перед Троицким собором станет полностью пешеходной, все автомобильное движение мы вынесем за пределы обновленного пространства. Благоустроим и скверы им.Ленина и Александра Матросова с прилегающими улицами и исторической застройкой. В проекте нет каких-то суперсовременных решений, в стекле и бетоне – мы решили подчеркнуть самобытность этого единственного в своем роде города в Башкортостане, который сохранил купеческую патриархальность XIX века. Главный наш принцип - бережное отношение к истории и соблюдение ключевых функций общественных пространств. Они должны быть удобными, доступными и безопасными..." - тип яҙылған республика етәксеһенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.
Былтыр Бөрө ҡалаһы "Торлаҡ һәм ҡалда мөхите" милли проекты буйынса үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән икән. Әйткәндәй, еңеүселәр рәтендә Ишембай менән Бәләбәй ҙә бар. Улар бөтәһе бергә федераль ҡаҙнанан 245 миллион һум аҡса алған. Эштәр башланған.
Быйыл да беҙ конкурста ҡатнашасаҡбыҙ, әле 11 ғариза бирелгән.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: "Йәшлек"
Читайте нас в