Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2020, 11:05

Мөмкинлектәр киңәйә

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проектының тормошҡа ашырылыуына бәйле ил субъекттарының башҡарма власть органдары менән видеоселектор кәңәшмә үтте.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Онкологик сирҙәр менән көрәш” федераль проектының тормошҡа ашырылыуына бәйле ил субъекттарының башҡарма власть органдары менән видеоселектор кәңәшмә үтте.
Башҡортостандан был сарала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова, Республика онокология диспансерының баш табибы Адель Измайлов, миинистрлыҡ бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты онкология сирҙәре менән көрәшеү өсөн бығаса булмаған мөмкинлектәр асыуы билдәләп үтелде.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2019 йылда Башҡортостанда яман шеш менән көрәш өсөн биш миллиард һум аҡса бүленгән. Сумманың бер өлөшө Республика онкология диспансеры үҫеше һәм башҡа медицина ойошмаларына махсус ҡоролмалар һатып алыу өсөн тотонолған. Унан тыш диспансерлаштырыу ваҡытында онкология ауырыуҙарын асыҡлаған табиптар өҫтәмә түләүҙәр алғаны ла мәғлүм.
Әлеге ваҡытта республикала 77 беренсел онкология кабинеты, 11 муниципаль-ара онкоүҙәк бар. Унан тыш, дүрт амбулатор онкология үҙәге эшләй башланы. Улар Өфө (13-сө клиник дауахана базаһында), Күмертау, Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында урынлашҡан. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә 2021 йылға тиклем республикала тағы ошондай 13 үҙәк эшмәкәрлеге яйға һалынырға тейеш.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас: