Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2020, 10:40

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика дауаханаларына биш заманса дефибриллятор алынған

Табиптар уларҙың ыңғай яҡтарын, заманса мөмкинлектәрен баһалап та өлгөрҙө.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республика дауаханаларына “Аксион” тип аталған биш заманса дефибриллятор алынған. Уларҙың дүртәүһе Өфө ҡалаһындағы 3-сө балалар поликлиникаһына, берәүһе Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар дауаханаһына тапшырылған.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта табиптарға яңы аппаратта эшләү буйынса күнекмәләр үткәрелә.
“Аксион” дефибрилляторы үҙаллы автоматик тикшереү, приборҙың эш барышын һәм операторҙың эшмәкәрлеген тауыш ярҙамында әйтеп барыу мөмкинлегенә эйә. Белгестәр уның бынан тыш та бихисап ыңғай яҡтарын, заманса мөмкинлектәрен билдәләй.
Ғөмүмән, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты медицина учреждениеларының тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителешен яҡшыртыуға хәтһеҙ өлөш индерә.
Читайте нас: