Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Март 2020, 12:00
Милли проект: Бер нәмәгә ҡарамай экспорт тураһында уйлайбыҙ
Беҙҙең делегация Рәсәйҙең Монголиялағы сауҙа вәкиле Максим Васильев менән осрашҡан.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың бизнес һәм рәсми вәкилдәре Улан-Баторҙа монгол партнерҙарыбыҙ менән һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Донъяла яман вирус ҡоторған хәлдә лә, тауарҙарыбыҙҙы һатыу хаҡында хәстәрлек күрәбеҙ.
Беҙҙең делегация Рәсәйҙең Монголиялағы сауҙа вәкиле Максим Васильев менән осрашҡан. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек перспективалары ярайһы яҡшы. Васильев әйтеүенсә, Монголияла Рәсәй тауарҙары юғары баһалана.
Әлеге осрашыуҙарҙа барлығы 25-тән ашыу һөйләшеү алып барылған. Монголдар беҙҙең агропром продукцияһы һәм балалар аяҡ кейеме менән ҡыҙыҡһынған.
Бынан тыш, ағас-полимер композит материалдар, клей һәм резина ҡатнашмалар етештереүсе компаниялар ҙа хеҙмәттәшлек итеүе мөмкин.
Республика вәкилдәренең сит илдәргә сәфәре һәм хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөүе Рәсәй Президенты инициативаһы менән ғәмәлгә ашырылған "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы алып барыла.
Фото: "Башинформ".
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?