Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Март 2020, 14:30

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

Аҡ халатлыларға ярҙам артынан

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проект сиктәрендә Благовещен районының Яңы Надеждин ауылында заман талаптарына тулыһынса яуап биргән модулле яңы фельдшер - акушер пункты бинаһы асылды.
Медицинаға һөйөү берләштергән аҡ халатлылар - үҙ эшен яратҡан фельдшер Алиса Байдуганова менән шәфҡәт туташы Зөлфирә Вәлишина 650 кешене хеҙмәтләндерә. ФАП - лар һәм күсмә табип бригадалары өсөн яңы ҡоролмалар һәм инструменттар булған бинала фельдшер, процедура кабинеттары эшләй. Теләгәндәр өсөн дарыуҙар һатып алыу мөмкинлеге лә бар.
2024 йылғаса бындай фельдшер - акушер пункттары Һынны, Иҫке Надеждин ауылдарында ла асыласаҡ.
Читайте нас: