Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2020, 12:00
Милли проект: депутаттар "Аҡыллы ҡала" программаһын ҡарай
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын цифрлаштырыуға бәйле яңы программа буйынса фекер алышты.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағын цифрлаштырыуға бәйле яңы программа буйынса фекер алышты. Хәйер, был программа бер йыл самаһы эшләй ҙә инде.
"Аҡыллы ҡала" республика программаһында, пилот проекты булараҡ, бер нисә муниципалитет ҡатнашты. Әммә бөгөнгә сағыштырып ҡарарлыҡ күрһәткестәр юҡ. Беҙгә ошо өлкәлә эшләүсе башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашырға кәрәк.
"Аҡыллы ҡала", тимәк, эшләмәй? Былтыр программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа дөйөм иҫәп приборҙары күрһәткестәрен дистанцион рәүештә биреү системаһы индерелергә тейеш ине. Әммә, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм Цифрлы үҫеш министрлыҡтарының мәғлүмәттәре буйынса, эш башланмаған да.
Программаның паспортында бюджеты, коммуналь ресурстарҙы иҫәпләү системаһын алып барыуҙың хоҡуҡи-норматив механизмдары һәм уны башҡарыусылар күрһәтелмәгән.
Беҙҙең илдә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән "Цифрлы иҡтисад" һәм "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекттарының күрһәткестәренә (маҡсаттарына) өлгәшеү өсөн, ай-һай, күп эш эшләргә кәрәк.
Фото: РИА-Новости.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?