Быйыл медицина белгестәре бригадалары күсмә тикшереүҙәр менән республиканың бөтә районында ла буласаҡ.
Бөгөндән алып 27 мартҡа тиклем "табип десанты" Благовещенда эшләйәсәк. Артабан тикшереүҙәр майҙа дауам итеп, октябргәсә буласаҡ.
Табиптар алты йүнәлеш буйынса йөрөйәсәк. Теүәл генә маршруты һуңғараҡ хәбәр ителә. Был күсмә тикшереүҙәрҙә айырым иғтибар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: илдә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнгән 12 милли проект ғәмәлгә ашырыла. Шулар араһындағы "Һаулыҡ һаҡлау" һәм "Демография" милли проекттары маҡсаттарына ирешеү өсөн иң тәү сиратта халыҡтың сәләмәтлегенә лә иғтибар бүлергә кәрәк.