Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2020, 12:00

Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө дауам итә

Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.

Өфөлә Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө дауам итә. Әле эштәрҙең 40 проценттан ашыуы башҡарылған. Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы бойомға ашырыла.
Ағиҙел аша һалынған яңы күпер төҙөлөшөн 2021 йылға тамамларға иҫәп тоталар. Эштәр алдан билдәләнгән графикҡа ярашлы алып барыла.
Әле йылға үҙәненән башҡа төп таяуҙар тулыһынса ҡуйылған, төҙөлөш участкаһына 1000 тоннанан ашыу металл конструкция алып киленгән, уларҙы монтажлау буйынса әҙерлек эштәре дауам итә.
Эштәр яҙғы осорҙа ла туҡтамаясаҡ. Күпер төҙөүселәр әйтеүенсә, ташҡынға ҡаршы төп саралар тулыһынса тиерлек күрелгән. Бөгөнгө көндә бишенсе таяуҙы бетонлау буйынса эштәр алып барыла, был иһә яҙғы ташҡын мәлендә, һыу кимәленең күтәрелеүенә ҡарамайынса, башҡа таяуҙарҙа эштәрҙе дауам итергә мөмкинлек булдырасаҡ.
Читайте нас: