Йәйғор
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Март 2020, 11:41

Өфөлә 67 балалар баҡсаһы, 40 мәктәп төҙөләсәк

Баш ҡалабыҙҙа 2025 йылға тиклем 12 мең 600 урынға иҫәпләнгән 67 балалар баҡсаһы һәм 47 мең уҡыусылыҡ 40 мәктәп сафҡа инәсәк. Уларҙы «Мәғариф» милли проект сиктәрендә төҙөү ҡаралған.

Баш ҡалабыҙҙа 2025 йылға тиклем 12 мең 600 урынға иҫәпләнгән 67 балалар баҡсаһы һәм 47 мең уҡыусылыҡ 40 мәктәп сафҡа инәсәк. Уларҙы «Мәғариф» милли проект сиктәрендә төҙөү ҡаралған.
Шулай уҡ 25 мәктәпте төҙөкләндереү планлаштырыла. Был иһә белем алыусылар һанын 15 мең 800-ҙән 25 меңгә тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Булған биналарҙы төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү һөҙөмтәһендә Өфө мәктәптәрендә уҡыусылар урыны – 56 мең 501-гә, ә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре урындары 12 мең 600-гә күбәйәсәк. Бындай мәғлүмәттәрҙе Өфө ҡалаһы хакимиәте килтерә.

"Йәншишмә" гәзитенән

Читайте нас в