Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Апрель 2020, 11:12

Райондағы төҙөлөш эштәре

Киләсәк быуындар өсөн

Өфө районы халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып, киләсәк быуын вәкилдәре өсөн заманса шарттар булдырылған белем учреждениелары төҙөлә.
"Демография" милли проект сиктәрендә төҙөлгән был объекттарҙың төҙөлөшөнә район етәкселеге тарафынан етди иғтибар бүленә. Быйылғы йыл дауамында Миловка (180 урынлыҡ), Алексеевка (220 урынлыҡ) ауылдарында балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк. Зубов, Михайловкала бер типтағы проектлы берләштерелгән 640 уҡыусыға мәктәп, 160 балаға балалар баҡсаһы төҙөлөшө бара. Иҫән булһаҡ, киләһе 2021 йылда Булгаков, Миловка мәктәптәре төҙөлөп бөтөр. 825 йәш булгаковтар, 1125 миловкалар заман талаптарына тулыһынса яуап биргән мәктәп ишектәрен асып инер.

Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: