Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Апрель 2020, 11:10

Өс моделле китапхана булдырыласаҡ

Улар «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә булдырыласаҡ

Республикабыҙ йыл һайын муниципаль моделле китапханалар булдырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында үткәрелгән һайлап алыу конкурсында ҡатнаша.
Быйыл өс китапхана еңеүселәр рәтенә инде. Улар – Благовар районындағы үҙәк район китапханаһы, Дүртөйлө районындағы Әсән ауыл китапханаһы, Туймазы районындағы Ҡандра балалар ауыл китапханаһы. Был райондарҙа «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» федераль проекты сиктәрендә моделле китапханалар булдырыласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: