Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Апрель 2020, 11:02

Урмандарҙы тергеҙеү айлығы башланды

Республикабыҙҙа урмандарҙы тергеҙеү айлығы башланды. Был эштәр «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла

Республикабыҙҙа урмандарҙы тергеҙеү айлығы башланды. Был эштәр «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов билдәләүенсә, быйыл 14 мең 200 гектар майҙансыҡта урмандарҙы тергеҙеү планлаштырылған, шул иҫәптән 7 мең 400 гектарҙа ағас ултыртыу күҙаллана.
– Был эшкә халыҡ та йәлеп ителә. Үткән йыл беҙҙә «Йәшел Башҡортостан» тигән акция үтте. Быйыл да уны уҙғарасаҡбыҙ. Еңеү көнөнә арнап аллеялар, яңы парктар барлыҡҡа киләсәк, – тине ул.
Әйтергә кәрәк, урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн республикабыҙҙа 71 миллион төп ултыртыу материалы булған 105 урман питомнигы бар.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: