Йәйғор
+14 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Апреля 2020, 06:30
Биш район автоклублы буласаҡ
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың биш районында күп функциялы мәҙәни үҙәктәр – автоклубтар барлыҡҡа киләсәк.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикабыҙҙың биш районында күп функциялы мәҙәни үҙәктәр – автоклубтар барлыҡҡа киләсәк.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүге автоклуб Нуриман районына килтерелгән дә инде. Был районда 51 тораҡ пункты иҫәпләнә, шуларҙың 24-ендә генә клуб бар. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем ара – 60 саҡрым. Автоклуб мәҙәни-ял итеү үҙәге булмаған тораҡ пункттарында тулы концерттар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Ошо йылдың аҙағынаса Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел, Тәтешле райондары автоклублы буласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"