Йәйғор
0 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Апреля 2020, 05:00

Миномет минаһы хаҡында мәғлүмәт

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йәһәтенән республикала "Мәҙәниәт" милли проектҡа ярашлы күп эштәр башҡарыла

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү йәһәтенән республикала "Мәҙәниәт" милли проектҡа ярашлы күп эштәр башҡарыла.
Музейҙар "Еңеүҙең 75 йыллығына - 75 артефакт" интернет акцияһына ҡушылды. Республиканың Милли музейы ойошторған был мөһим сараны Шишмә районының тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла күтәреп алды. Музей хеҙмәткәрҙәре 2015 йылда география уҡытыусыһы С.К.Вәлиәхмәтова етәкләгән "Эҙләнеү" төркөмө тарафынан табылып, музейға тапшырылған артиллерия ҡоралы - миномет минаһын һайланы. Был тарихи мина хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт, фотоһүрәт тә әҙерләнде.

Мәғлүмәт Шишмә районының тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейы төркөмөнән алынды.
Читайте нас