Йәйғор
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Май 2020, 11:39

Иглинда яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

«Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән

Иглин районы Иглин ауылында «Демография» милли проекты сиктәрендә балалар баҡсаһы төҙөлә. 260 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эштәрҙе йыл аҙағынаса тамамлау күҙаллана.
Был бина үткән йылдың ноябрендә һалына башлаған. Әлеге ваҡытта стеналары тулыһынса күтәрелгән, тәҙрәләре ҡуйылған, түбәһен эшләү тамамлана. Балалар баҡсаһын төҙөүгә 186 миллион аҡса бүленгән.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа быйыл мәғариф йүнәлешендә 27 объект төҙөү ҡаралған, шуларҙың 20-һе – балалар баҡсалары, 7-әүһе- мәктәп, ә 3-әүһенда икеһе берләштерелгән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в