Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2020, 11:55

Яңы поликлиника 2021 йыл аҙағында сафҡа инәсәк

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса яңы поликлиника Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында төҙөлә

Саҡмағош районы Саҡмағош ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса яңы поликлиника төҙөлә.
Әлеге бинала ренгент-диагностика, балалар һәм хирургия бүлексәләре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностика лабораторияһы һәм административ-хужалыҡ бүлмәләре урынлашасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, поликлиника бер сменала 250 кешегә йөрөү өсөн иҫәпләнәсәк. Был объектты төҙөү өсөн 400 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Поликлиниканы 2021 йылдың аҙағына тиклем төҙөп бөтөү күҙаллана.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: