Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2020, 11:17

Өфө районында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Объект ағымдағы йылдың ғинуарында «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлә башлаған

Өфө районы Михайловка ауылында «Демография» милли проекты сиктәрендә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Объект ағымдағы йылдың ғинуарында төҙөлә башлаған, ә апрелдә төҙөү-монтажлау эштәренең фактик башҡарылыуы графиктан 3 айға алдан барыуы билдәләнгән.
Коронавирус пандемияһына, ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөлөшө дауам итә. Бөгөн объектта төҙөлөш бригадаһы һәм махсус техника яҡшы эшләй. 13708,65 квадрат метрлы балалар баҡсаһы менән мәктәпте 2020 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Объектты төҙөүҙә БР Капиталь төҙөлөш идаралығы- дәүләт заказсыһы, «1-се Төҙөлөш идаралығы» йәмғиәте иһә генераль подрядсы булып тора.
«Мәғариф» линияһы буйына йәмғеһе 27 объектты сафҡа инереү планлаштырыла- 4 мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы менән 3 мәктәп.
Читайте нас: