Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2020, 13:08

Мәҙәниәт усағы яңыртыла

Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт бара.

Ремонт эштәре март урталарынан дауам итә. Ул «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла.
Подрядсы «Проектстрой» яуаплылығы сикләнгән ойошма етәкселеге һүҙҙәренә ҡарағанда, эштәрҙең 70 проценты тамамланған, объектты тапшырыу июнь урталарына планлаштырыла.
Ошо ваҡыт эсендә бина йылытылған, электрика тулыһынса яңыртылған, канализация һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы, тәҙрәләр алмаштырылған. Әлеге ваҡытта эшселәр стеналарҙы буяу, түбәне монтажлау менән мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта төп залда сәхнә үҙгәртеп ҡорола. Һуңыраҡ яңы яҡтыртыу, шаршау, тауыш ҡорамалдары, уңайлы ултырғыстар ҡуйыласаҡ, ижади коллективтар өсөн сәхнә костюмдар тегеләсәк. Тағы ла ижади түңәрәктәр һәм балалар өсөн уйын бүлмәһе, бейеү залы тулыһынса йыһазландырыласаҡ.
Читайте нас: