Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы быйыл гранттар биреүгә конкурс иғлан итте. Конкурс материалдары 1 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге, педагогик стажы ике йылдан да кәм булмаған ауыл уҡытыусылары ҡатнаша ала. Шулай уҡ педагогтарҙың уҡытыу йөкләмәһе бер тариф ставкаһынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта ауылда йәшәгән халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш.
Был сарала ошо грантҡа эйә булғандар, мәктәптә административ йәки ойоштороу эштәрен генә алып барыусылар ҡатнаша алмай.
Конкурс материалдарын 1 июнгә тиклем [email protected] электрон почта аша түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 йорто, 309-сы бүлмә.
Фото:tinao.mos.ru