Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июнь 2020, 11:27

Уңайлы карауаттар йөрөй алмаған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Өфөнөң 5-се клиник дауаханаһы паллиатив бүлексә пациенттары өсөн 50 дана функциялы карауат алды.

Ауырыуҙарға ҙур уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ был мөғжизәле карауаттар: дөрөҫ һәм уңайлы ятырға, һөйәк-мускул аппаратын оҙайлы ваҡытта эш торошонда тоторға, өҙлөгөүҙәрҙән һаҡланырға ярҙам итәсәк.
Был уңайлы карауаттар йөрөй алмаған ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән. Улар дауалау өсөн тейешле аппаратураны ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә карауаттың бейеклеген үҙгәртеп була, пациентты башҡа урынға, мәҫәлән, коляскаға күсереүе еңелләшә. Ситендә хәүефһеҙлекте арттырыусы “ҡабырғалары“ ла бар. Медицина хеҙмәткәрҙәренә лә бындай уңайлы карауаттарҙа ятҡан ауырыуҙарҙы дауалауы еңелләшәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: