Быйыл милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 31,1 миллиард һум аҡса бүленгән, шуларҙың 20 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Федераль кимәлдә финанслау буйынса Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән һуң Башҡортостан икенсе урынды биләй.
Республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдереүенсә, «Демография», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау», «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проекттары буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешелгән. Мәҫәлән, беренсе, шулай уҡ өсөнсө һәм унан һуңғы балалар тыуыу өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе 20 меңдән ашыу ғаилә алған. Бушлай ЭКО программаһы ярҙамында 700-ҙән ашыу балаһы булмаған пар сабыйлы булыу бәхетенә ирешкән. Дауалау учреждениелары заманса медицина ҡорамалдары алып, үҙҙәренең матди-техник базаларын нығытҡан.
Коронавирус пандемияһы «Социаль әүҙемлек» тигән төбәк проектына ныҡлы этәргес биргән. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, биш меңдән ашыу ирекмән 200 меңдән ашыу кешегә ярҙам ҡулы һуҙған. Улар 465 мең медицина битлеген бушлай таратҡан, өйөнән сығырға ярамаған өлкәндәргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып барған. Әле иһә «Конституция ирекмәндәре» проектына ҡушылып, өс меңдән ашыу ирекмән халыҡҡа төп ҡанунға индереләсәк үҙгәрештәр хаҡында аңлатыу эше алып бара.
– Милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу бурысын беҙҙән бер кем дә алманы. Беҙ был өлкәлә, ысынлап та, һәйбәт эшләйбеҙ. Башҡарылған эштәр күләме һоҡландыра. Беҙҙең ирекмәндәргә ҙур рәхмәт, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.