Ошо көндәрҙә унда яңы үҙйөрөшлө күп функциялы экологик судно ебәрелгән. Советтар Союзы Геройы Георгий Москалёв исемен йөрөткән танкерҙың төп тәғәйенләнеше - Байкалға эләккән нефтле, ҡалдыҡ һыуҙарҙы эшкәртеп, таҙартып сығарыу. Экологик судно һыу транспорты күп йөрөгән урындарҙа туҡталып эшләйәсәк. Ул кораблдәрҙән шыйыҡ һәм ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡабул итә, шулай уҡ уларҙы яғыулыҡ менән дә тәьмин итә ала.
Байкал күле өсөн махсус эшләнгән судноның оҙонлоғо - 51,5 , киңлеге - 10,2, бортының бейеклеге - 2,6 метр. Уны 7 кешенән торған экипаж хеҙмәтләндерә.