Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Август 2020, 16:48

Заманса кабинет асылды

"Һаулыҡ" милли проект нигеҙендә цифрлы рентген кабинет һатып алынды

"Һаулыҡ" милли проект нигеҙендә, Благовещен район үҙәк дауаханаһына 10 миллион һумға, заман талаптарына яуап биргән, цифрлы рентген кабинет һатып алынды.
Баш ҡала дауаханаларынан бер ҙә ҡалышмаған, өр - яңы рентген кабинетта, яңы тыуған балаларҙан алып 19 йәшлек үҫмерҙәр хеҙмәтләндерелә.Заманса цифрлы аппараттарҙа сирҙе лә үҙ ваҡытында, баланың тән ауырлығына ҡарап, нурланыш ауырлығын да дөрөҫ билдәләргә мөмкин. Тап ошо осраҡта балалар нурланыш ауырлығын самалы ғына алыу мөмкинлегенә эйә була.
Дауаханаға бик ваҡытлы һатып алынған был икенсе рентген кабинетына ла күптән мохтажлыҡ бар ине.
Читайте нас: