Көҙәй ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре тамамланыу алдында. Эш барышында бина йылытылды, электрика, һыу менән тәъмин итеү һәм канализация системалары яңыртылды, тәҙрәләр алмаштырылды. Шул уҡ ваҡытта түбә монтажланды, буяу-ағартыу эштәре башҡарылды. Тамаша залы үҙгәртеп ҡоролдо.
Бында балалар өсөн - уйын бүлмәһе, йәштәр өсөн тренажерҙар ҡуйылды.
Төҙөүселәр 1959 йылгы мәҙәниәт йортоноң индивидуаль архитектура үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ремонт эштәре «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә башҡарылды.