Әсән ауылы халҡы ауылдаштары, күренекле шағир Шәйехзада Бабич менән ғорурлана. Уның тыуған ауылында Башҡортостан һәм Татарстан шағирҙары, яҙыусылары ҡатнашлығында «Бабич уҡыуҙары»н үткәреү матур йолаға әйләнгән. Әсән ауылында Шәйехзада Бабичтың музейы ла бар. Данлыҡлы ауылдаштарының исеме бер урамға ҡушылған, Әсән ауыл мәктәбе лә уның исемен йөрөтә.