Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Сентябрь 2020, 11:28

Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында яңы урындар булдырыла

2020/2021 уҡыу йылында өҫтәмә белем биреүҙә яңы урындар булдырыу маҡсатында тәрбиәләү һәм уҡыу сараларына аҡсалата ярҙам алыу өсөн Башҡортостан федераль гранттар конкурсында ҡатнашҡайны. Ниһайәт, Рәсәйҙең 47 төбәге араһында грант отоусыларҙың береһе булды.

2020-2021 уҡыу йылында өҫтәмә белем биреүҙә яңы урындар булдырыу маҡсатында тәрбиәләү һәм уҡыу сараларына аҡсалата ярҙам алыу өсөн Башҡортостан федераль гранттар конкурсында ҡатнашҡайны. Ниһайәт, Рәсәйҙең 47 төбәге араһында грант отоусыларҙың береһе булды.
Шулай итеп, ошо уҡыу йылынан «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Әлшәй, Архангел, Благовещен, Өфө, Хәйбулла райондарының һәм баш ҡалабыҙҙың өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 4 мең 485 яңы урын булдырыласаҡ. Был маҡсатҡа 29 миллион 400 мең күләмендә федераль аҡсалата ярҙам ҡаралған.
Өфөнөң «Үҫенте» балалар экология-биология үҙәгендә «Йыһанды тикшереүсе» һәм «Аҡыллы ҡаланы планлаштырыу» берекмәләрен асыу күҙаллана. Баш ҡалабыҙҙың дингеҙ үҙәгендә «Юнганан капитанға тиклем» берекмәһе эшләй башлаясаҡ. «ЛидерЭко» экология-биология үҙәгендә «Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн ял көнөндә сәйәхәттәр» берекмәһе барлыҡҡа киләсәк. Был иһә инвалид балаларға туризм менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Әлеге грант аҡсаһына өҫтәмә белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы ла яңыртыласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: