Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2020, 20:00

Һаулыҡты йәштән һаҡларға кәрәк

Иглин мәктәбендә теш кабинеты асылды

Иглиндағы 3-сө һанлы мәктәптә яңы уҡыу йылы башынан стоматология кабинеты эшләй башланы. Белем усағында бындай мөмкинлек «Ҡанатлан!» республика проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле нигеҙендә булдырылды. Инде хәҙер уҡыусыларға теш табибына яҙылып, сиратта көтөп торорға тура килмәйәсәк. Бында райондың башҡа мәктәп уҡыусылары ла дауаланырға йөрөй ала.
Тулыһынса кәрәкле ҡорамалдар менән тулыландырылған теш кабинеты беренсе ҡатта урынлашҡан. Бында һәр пациентҡа айырым стериль лоток тәғәйенләнгән. Унда стоматология көҙгөһө, шпатель, зонд, һәм башҡалар инә.
Пациенттарҙы табип-стоматолог Дарья Сюндюкова ҡабул итә. Дарья – стоматологтар династияһын дауам итеүсе. Ул апайҙары юлынан киткән. Йәш белгес быйыл ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Уның бурысы – стоматологик тикшереү үткәреү, ауыҙ ҡыуышлығын санациялау, тештәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү тураһында профилактик әңгәмәләр үткәреү. Әлеге ваҡытта Дарья Дмитриевна өлкән класс уҡыусыларын ҡабул итә. Тештәрендә ауырыу табылған осраҡта, табип уларға дауалау тәғәйенләй. Дарья көнөнә 7-9 пациентты ҡабул итә ала.
Табипҡа шәфҡәт туташы Диана Исхакова ярҙам итә. Ул инструменттарҙы стерилизациялау, кабинетты йыйыштырыу менән шөғөлләнә, пломбалау материалдарын әҙерләргә ярҙам итә.
Диана Иглиндағы 1-се һанлы мәктәпте тамамлағандан һуң БДМУ-ҙың «Медик-профилактика эше» факультетына уҡырға инә. Әлеге ваҡытта ҡыҙ алтынсы курста уҡый.
Дарья Сюндюкова менән Диана Исхаковаға мәктәптә эшләү оҡшай.
- Бындай яҡшы шарттарҙа эшләү - бер ләззәт, - ти медицина хеҙмәткәрҙәре.
Читайте нас: