Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Октябрь 2020, 11:00

Спорт залының матди-техник базаһы яңыртылды

Спорт залында физкультура дәрестәре генә түгел, ауыл һәм район ярыштары ла уҙғарыласаҡ

"Демография" һәм "Мәғариф" милли проекттары буйынса Мәсетле районы Оло Аҡа мәктәбенең спорт залында капиталь ремонт эштәре башҡарылды.
Йылытыу системаһы, иҙән япмаһы, электр сымы тулыһынса алыштырылды, яңы лампалар, ишектәр ҡуйылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым сисенеү бүлмәләре матурланды.
34 йыл эшләү дәүерендә Оло Аҡа мәктәбе нисәмә быуын сығарылыш синыф уҡыусыһын оло тормош юлына сығарған. Бында төҙөкләндерелгән спорт залын асыу уҡыусыларҙың һаулығын нығытырға һәм ялдарын файҙалы үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Спорт залында физкультура дәрестәре генә түгел, ауыл һәм район ярыштары ла уҙғарыласаҡ. 160 меңгә спорт ҡоролмалары алынған: саңғылар, туптар, теннис өсөн өҫтәл һәм спорт тренажёрҙары.
— Мәктәбебеҙҙең бындай матди базаһы менән уҡыусыларҙың спорт өлкәһендәге уңыштары юғарыраҡ булыр, тип иҫәпләй мәктәп коллективы. Был спорт залы физкультура менән шөғөлләнеү өсөн бөтә замана талаптарына яуап бирә, — ти ҡыуанып мәктәп директоры Рәдис Әхмәтханов.
Әйткәндәй, 2024 йылға тиклем физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн 288 ауыл мәктәбенең матди-техник базаһы яңыртыласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: