Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь 2020, 12:24

"Һаҡсыл поликлиника" проекты индерелә

"Һаҡсыл поликлиника" проекты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты — Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе һәр кем алырлыҡ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, табиптар һәм пациенттар араһында мөнәсәбәттәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртеү һәм башҡалар

"Һаҡсыл поликлиника" проекты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты — Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе һәр кем алырлыҡ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, табиптар һәм пациенттар араһында мөнәсәбәттәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртеү һәм башҡалар.
Өфө ҡалаһының 3-сө балалар поликлиникаһы "Һаҡсыл поликлиника" проектын әүҙем индерә. Мәҫәлән, уның 4-се бүлексәһендә был проект 2018 йылда уҡ старт алды. 2019 йылда 2-се, 3-сө бүлексәләрендә капиталь ремонт башҡарылды һәм регистратура, табиптар бүлмәләре, лабораториялар оптималләштерелде. Регистратура эшен оптималләштереү һөҙөмтәһендә табипҡа яҙылыуҙы теркәү ваҡытын кәметеү планлаштырыла. Яҙылыу регистратурала ғына түгел, интернет, ҡуйылған инфоматтар ярҙамында ла алып барыла. Электрон сират терминалдары пациенттар ағымын көйләргә ярҙам итәсәк.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: