Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Октябрь 2020, 13:51

Һаңғырауҙар ойошмаһы ағзалары өсөн сәнғәт сәғәте ойошторолдо

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатынан Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт ирекмәндәре һаңғырауҙар ойошмаһы ағзалары өсөн сәнғәт сәғәте үткәрҙе.

«Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатынан Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт ирекмәндәре һаңғырауҙар ойошмаһы ағзалары өсөн сәнғәт сәғәте үткәрҙе. Был көндө моделле электрон китапхана ҡунаҡтары рәссам Анус Сөләймәновтың ижады менән танышты. Анус Аллаяр улы «Китапханала арт-арауыҡ» китапхана проекты буйынса «Календарҙың биттәрен асып ҡарап» картиналар экспозицияһын тәҡдим итте.
Анус Сөләймәнов үҙе сығышы менән Шишмә районының Урта Хәжәт ауылынан. Ҡала, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Уның картиналары Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын, ауыл пейзажын асып һала.
Ирекмәндәр йыйылыусыларҙы рәссамдың биографияһы, һәр бер эштең тарихы менән дә таныштырҙы. Китапхана ҡунаҡтары осрашыуҙан матур тәьҫораттар алды.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: