«Демография» милли проекты сиктәрендә Нуриман районында кескәйҙәр өсөн яңы төркөмдәр асыла.
Шулай, быйыл Олокүл ауылында тантаналы рәүештә яңы төркөм асылды. Кескәйҙәргә уңайлы булһын өсөн балаларҙың йәшенә тура килгән мебель, яңы уйынсыҡтар һатып алынған, санузел да йәшкә тура килтереп эшләнгән. Төркөм Рәсәйҙең ғәмәлдәге санитар нормаларына ярашлы йыһазландырылған.
-Беҙ был ваҡиғаға бик шат, балаларыбыҙҙы кескәйҙәр төркөмөнә алыуҙарына рәхмәтлебеҙ, ти атай-әсәйҙәр. Кескәйҙәр төркөмөнә 1,5 йәштән 3 йәшкә тиклемге ун бала йөрөйәсәк.
Яңылык һәм фото сығанағы: https://nuriman.bashkortostan.ru/