Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Октябрь 2020, 11:03

«Демография» милли проекты тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә һөнәри компетенцияларын замансалаштырырға мөмкинлек бирә

Республикала пенсия алды йәшендәге заттарҙы һөнәри уҡытыу һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар дауам итә.

Республикала пенсия алды йәшендәге заттарҙы һөнәри уҡытыу һәм уларға өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса саралар дауам итә. Предприятиелар һәм ойошмалар «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль проекты мөмкинселектәрен баһалап өлгөрҙө. Ул заманса хеҙмәт баҙарында һәм һанлы иҡтисадҡа күсеү шарттарында хеҙмәткәрҙәрҙең көнәркәшлеккә һәләтле булыуҙарын арттырырға ярҙам итә.
БР «Уфаводоканал» йәмғиәте лә был программаға ҡушылды. 50 йәшлек һәм унан өлкәнерәк хеҙмәткәрҙәр Башҡорт тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производстволағы хәүефһеҙлек институтында һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡый. Уҡытыу программалары производство шарттарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияларына талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән, уларға хеҙмәткә һәм һанлы грамоталылыҡҡа мотивацияны арттырыуға йүнәлтелгән дисциплиналар инә. Уҡытыу граждандарҙың көнәркәшлеккә һәләттәрен арттырыуға, уларҙы яңы технологиялар һәм талаптар менән эшләргә өйрәтеүгә, эшһеҙ ҡалыу хәүефен кәметеүгә, мәшғүллектең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mintrud.bashkortostan.ru/
Читайте нас: