Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ноябрь 2020, 11:26
Башҡортостанда милли проектта ҡатнашыусыларға 25 млн һум күләмендә субсидия бирергә мөмкиндәр
Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашыусыларға йыһаздарҙың лизингы килешеүҙәре буйынса 25 млн һумлыҡ субсидия бирергә мөмкиндәр.
Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам» милли проектында ҡатнашыусыларға йыһаздарҙың лизингы килешеүҙәре буйынса 25 млн һумлыҡ субсидия бирергә мөмкиндәр.
Бындай дәүләт ярҙамы Төмән өлкәһендә тормошҡа ашырыла ла инде. БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының һәм Төмән өлкәһенең Хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында компетенциялар төбәк үҙәге етәксеһе Герман Прочный кәңәшмәһе барышында ике яҡлы тәжрибә уртаҡлашыу булды. «Төмән өлкәһе инструменттары республика территорияһында индереү өсөн өйрәнеләсәк. Әле лизинг буйынса дәүләт ярҙамы крүһәтеү механизмдары эшләнә. Эшҡыуарҙарҙы һораштырыу һөҙөмтәһендә был сараға мохтажлыҡты анализланыҡ. Йомғаҡтар буйынса республика хоҡуҡи-норматив документын эшләү алып барыла», - ти Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Герман Прочныйҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Төмән өлкәһендә сәнәғәт тармағындағы милли проектта ҡатнашыусы субъекттар өсөн йыһаздар лизингы буйынса субсидия формаһында дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеге бирелә. Субсидия һәр лизинг килешеүенә 25 млн һумға тиклем бирелергә мөмкин. Уның күләме – лизинг предметының тәүге хаҡының 50 процентынан артмай.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://economy.bashkortostan.ru/
Алия Вахитова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?