Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь 2020, 12:13

Бөтә Рәсәй экология диктанты үтәсәк

Башҡортостан халҡы Бөтә Рәсәй экология диктантында ҡатнашырға саҡырыла. Ул 15 - 16 ноябрҙә онлайн режимда үтәсәк.

Башҡортостан халҡы Бөтә Рәсәй экология диктантында ҡатнашырға саҡырыла. Ул 15 - 16 ноябрҙә онлайн режимда үтәсәк.
Әлеге сара Бөтә донъя ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеү көнөнә арналып, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә уҙасаҡ. Был акция халыҡтың экология грамоталылығын һәм мәҙәниәтен арттырырға, шулай уҡ "Экология" милли проекты буйынса экологик белемен үҫтерергә ярҙам итәсәк.
1 октябрҙән ойоштороусыларҙың рәсми сайтында ентекле видеоҡулланма, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү, һыу ресурстарын һәм атмосфера һауаһын, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген, юғалып барыусы хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәрен, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау буйынса файҙалы һәм танып белеү материалдары урынлаштырылған. Бөтә диктант яҙыусылар ҙа сертификат аласаҡ. Еңеүселәргә һәм ирекмәндәргә уҡыу өсөн кәрәкле ҡиммәтле приздар тапшырыласаҡ.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: