Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ноябрь 2020, 10:38

Ышаныслы аҙымдар менән – оҙон ғүмер артынан

Сәләмәт тормош рәүешен алып барыу әүҙем оҙон ғүмерлелекте оҙайтыуҙың мөһим факторҙарының береһе.

Борай районында өлкән быуын вәкилдәре араһында физкультура менән шөғөлләнеү популяр. Сәләмәт тормош рәүешен алып барыу әүҙем оҙон ғүмерлелекте оҙайтыуҙың мөһим факторҙарының береһе.
Ауылдарҙың береһендә – Танғатарҙа иртә яҙҙан көҙгә тиклем «Йәшлек» клубы ағзалары велосипедта көнөнә егермешәр километр йөрөй. Шулай уҡ ауыл халҡы скандинавса – саңғы таяғы менән атлап йөрөргә ярата. Бындай йөрөүҙәр – осрашыу, аралашыу өсөн дә бер сәбәп. Атлап йөрөү көс, энергия бирә. Шулай итеп улар һаулыҡтарын, физик формаларын нығыталар. Бөтәһе лә сәләмәт тормош рәүеше яҡлы, айырыуса йәш барыу менән бының кәрәклеген аңлайҙар. Физкультураның ниндәй формаһы ла тормош сифатын яҡшырта. Тап шул үҙ сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәүсе кешенең маҡсаты булырға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа «Демография» милли проектының саралары әүҙем тормошҡа ашырыла.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://buraevo.bashkortostan.ru/
Читайте нас: