Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Ноябрь 2020, 11:17

Башҡортостанда ирекмән булырға теләгәндәр өсөн онлайн-практикум башлана

19 ноябрҙә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Республика ирекмәнлегенең ресурс үҙәге «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ирекмәнлек буйынса онлайн-практикум үткәрә.

19 ноябрҙә Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Республика ирекмәнлегенең ресурс үҙәге «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ирекмәнлек буйынса онлайн-практикум үткәрә.
11 декабргә тиклем, һәр кесаҙна һәм йома көндәрендә, ирекмәнлек лидерҙары һәм төбәктең, илдең алдынғы эксперттары белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ.
Ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, «практикумда ҡатнашыусылар ирекмәнлек донъяһы тураһында тулы мәғлүмәт аласаҡ – Башҡортостанда ҡайҙа һәм нисек итеп ирекмән булып эшләп булыуын, ирекмән кенәгәһен ҡайҙан алырға кәрәклеген, пандемия ваҡытында кешеләргә нисек ярҙам итергә, ирекмәнлек проектын булдырыу, донъяның һәм илдең иң эре ваҡиғаларына эләгеү мөмкинлеген беләсәк».
Һәр онлайн-осрашыуҙан һуң ҡатнашыусылар викторина форматында өй эше аласаҡ. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Онлайн-практикум «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль проекты сиктәрендә үтә.
Яңалыҡ һәм фото сығанағы: http://mmpsrb.ru/
Читайте нас: