Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Ноябрь 2020, 11:46

Башҡортостанда «Йыл һөнәрсеһе» асыҡ конкурсы үткәрелә

«Йыл һөнәрсеһе» конкурсы кесе һәм урта бизнес секторҙарының береһе булған креатив индустрияны үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә, тармаҡты коммерциализациялауға йүнәлтелгән.

«Йыл һөнәрсеһе» конкурсы кесе һәм урта бизнес секторҙарының береһе булған креатив индустрияны үҫтереүгә һәм уға ярҙам итеүгә, тармаҡты коммерциализациялауға йүнәлтелгән.
Һөнәрселәр ярышын «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡ ойоштора.
Конкурста кесе һәм урта бизнес вәкилдәре, үҙмәшғүлдәр, физик заттар ҡатнаша ала. Ғаризаны 2020 йылдың 2 декабренә тиклем [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурс дүрт этапта үтәсәк. Беренсе этапта конкурс эштәренең фотографияларын, тултырылған ғаризаны ебәрергә кәрәк. Финалға үткән оҫталар конкурс һайлап алыуын үткән эштәрҙең оригиналдарын ебәрә.
«Йыл һөнәрсеһе» конкурсының төп номинациялары:
-керамика менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта
-тимер менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта
-ҡул менән йәки машина ярҙамында ҡорама тегеү буйынса иң яҡшы оҫта
-этнографик өлгөләргә ярашлы халыҡ костюмы һәм уның элементтарын әҙерләү буйынса иң яҡшы оҫта
-автор ҡурсағы һәм йомшаҡ уйынсыҡ әҙерләү буйынса иң яҡшы оҫта
-ағасты эшкәртеү буйынса иң яҡшы оҫта
-Башҡортостан Республикаһының автор сувенирын эшләүсе иң яҡшы дизайнер
-кейеҙ менән эшләү буйынса иң яҡшы оҫта.
Конкурсҡа йомғаҡтар 2020 йылдың 10-12 декабрендә эшләнәсәк, шул уҡ көндәрҙә еңеүселәр ҙә бүләкләнәсәк. Белешмәләр (347) 224-99-99 һәм 246-41-36 телефондары буйынса.
Читайте нас в