Туймазы районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүпте сорттарға айырыу комплексын төҙөү буйынса эш дауам итә. Ул йылына 100 мең тонна сүпте эшкәртеүгә иҫәпләнгән, заманса гөрөлдәүек һәм шредер йыһаздары менән йыһазландырылған буласаҡ. Аппараттың беренсеһе органиканы иләй, сүптән эшкәртеләсәк ресурстарҙы алып ҡала, икенсеһе эре сүпте ваҡлай.
-Әлеге ваҡытта бинаның каркасы тулыһынса төҙөлдө, пластик тәҙрәләр, ҡапҡалар ҡуйылды, иҙән түшәлде. Сортировкалау линияһы өсөн каркасты монтажлауға әҙерлек бара, йыһаздарҙы декабрь уртаһында урынлаштыра башларға ниәтләйҙәр, - тип һөйләй «Экология Т» йәмғиәтенең матбуғат секретары Олеся Белоусова.
Бынан тыш, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары Дәүләкән районында йылына 40 мең тонна сүп эшкәртергә һәләтле сүпте сорттарға айырыу комплексын төҙөргә ниәтләй. Йылына 100 мең тонна сүп эшкәртеләсәк шундай ук комплекс Бәләбәй районында ла барлыҡҡа киләсәк. Баймаҡ районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм компостлау участкаһы булған сүпте сорттарға айырыу комплексын проектлау эштәре бара.
Был комплекстарҙы төҙөү яңы эш урындары булдырырға, шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарына эләккән сүптәрҙең күләмен кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең системалы һәм эшлекле алымдары ярҙамында төбәктә ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағында инфраструктура булдырыла, был «Экология» милли проектының «Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу» федераль проектының һөҙөмтәлелеге критерийҙарына яуап бирә.