Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ноябрь 2020, 11:21

Өфө ҡалаһының медицина ойошмаларына автомобилдәр тапшырылды

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының балалар медицина ойошмаларына тантаналы рәүештә балаларға кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырҙылар.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының балалар медицина ойошмаларына тантаналы рәүештә балаларға кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автомобилдәрҙән асҡыстар тапшырҙылар.
-Был автомобилдәр тағы йөҙләгән, меңләгән ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыр, - тине медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм тиҙ ярҙам водителдәренә мөрәжәғәт итеп БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин. – Быйыл һеҙҙең өҫкә төшкән йөк бик ауыр, әммә һеҙ был хәлдәрҙән лайыҡлы сығаһығыҙ.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы йылдарҙа кисектергеһеҙ медицина ярҙамын, айырып алғанда, хеҙмәттең матди-техник базаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленеүен билдәләне. Ул медицина хеҙмәткәрҙәренә, водителдәргә был ябай булмаған ваҡытта һынатмауҙары, эштәренә булған тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ағымдағы йыл аҙағына тиклем тағы алты кисектергеһеҙ медицина ярҙамы машинаһы һатып алыу планлаштырыла.
Читайте нас: