Өфөлә «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә «Халыҡҡа спорт көрәше» социаль проекты тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – 16 йәштән өлкәнерәктәр араһында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын арттырыу.
Башҡортостанда проектты Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы тормошҡа ашыра. 2020 йылдың сентябренән декабренә тиклем һуғыш сәнғәте һәм спорт көрәше менән шөғөлләнеү өсөн түләүһеҙ төркөмдәр ойошторолдо. Шулай уҡ филиалға татами тапшырылды. Спорт йыһазы физик культура һәм спорт менән түләүһеҙ шөғөлләнеү өсөн файҙаланыла.
-«Спорт – тормош нормаһы» проекты ярҙамында быға тиклем көрәш менән шөғөлләнмәгән өфөлөләр үҙҙәрен яңы спорт төрөндә һынап ҡарай ала, - ти БР Һуғыш сәнғәте союзы директоры Кира Соснина. – Проектта инде 150-нән ашыу кеше ҡатнаша.
«Халыҡҡа спорт көрәше» проекты Рәсәйҙең 43 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Ул физик культура менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың һанын 7500 кешегә арттырыуҙы күҙаллай.