Бындай мөмкинлеккә улар "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" федераль проектына ярашлы эйә булды. Үҙәк район китапханаһы 2021 йылда моделле китапханалар булдырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында үткәрелгән һайлап алыу конкурсында ҡатнашып, еңгәйне.
Моделле китапхананы булдырыу ҡулланыусыларҙы фәнни һәм әҙәби йөкмәткеле хәҙерге заман мәғлүмәт, шулай уҡ ваҡытлы матбуғаттың һанландырылған ресурстары
менән тәьмин итеүҙе, юғары тиҙлектәге интернет селтәре менән йыһазландырыуҙы, "Милли электрон китапхана"ға инеү нөктәһе булдырыуҙы күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы хәҙерге заман китапхана киңлеге, бәхәс клубтары, түңәрәктәр һәм консультация пункттары булдырыу, бөтә йәш төркөмдәре өсөн дә мәҙәни-мәғрифәтселек, социаль мөһим һәм белем биреү саралары үткәреү тәҡдим ителә.
Күгәрсен районында был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 35 миллиондан ашыу аҡса тотоноласаҡ. Уның буйынса китапхана бинаһына капиталь ремонт яһау ҙа планлаштырылған. Мораҡ ауылындағы яңы форматтағы китапхананы 2021 йылдың октябрендә асыу күҙаллана.