Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2020, 20:18

Стәрлетамаҡ спортсылар өсөн яңы автобус алды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервы спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырылды. Хәҙер спортсылар төрлө кимәлдәге ярыштарға уңайлы транспорт сараһында йөрөйәсәк.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының олимпия резервы спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырылды. Хәҙер спортсылар төрлө кимәлдәге ярыштарға уңайлы транспорт сараһында йөрөйәсәк.
Яңы автобустарҙан асҡыстарҙы төбәк Башлығы Радий Хәбиров октябрҙә үткән Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогын асыу тантанаһында тапшырғайны. Был «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» федераль программаһы сиктәрендә эшләнде.
-Спортсылар өсөн автобус бик кәрәк, сөнки улар төрлө ярыштарға даими йөрөй. Хәҙер балалар 18 урынлыҡ яңы уңайлы автобуста йөрөй аласаҡ. Стәрлетамаҡ өсөн был бик яҡшы бүләк, республика Хөкүмәтенә һәм Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт, - ти мәктәп директоры Владимир Петров.
Читайте нас: