Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2020, 12:02

Өфөлә А.Д. Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсы үтте

Ул «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә Өфөлә дистанцион рәүештә А.Д. Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсы үтте.

2020 йылдың 23-28 ноябрендә «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» проекты сиктәрендә Өфөлә дистанцион рәүештә А.Д. Франк исемендәге II Халыҡ-ара пианистар конкурсы үтте. Унда мәҙәниәт тармағындағы белем биреү учреждениелары ҡатнашты.
Конкурсҡа Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Ырымбур, Өфө, Ижау, Әлмәт ҡалаларынан бөтәһе 58 ғариза килгәйне. Был ҡалалар һәм өлкәләр вәкилдәренең ҡатнашыуы, һис шикһеҙ, музыкаль ярышҡа һөнәри ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы, уның дәрәжәһен күтәрҙе. Конкурста шулай уҡ сит илдәрҙән – Ҡытайҙан, Хорватиянан, Швейцариянан да ҡатнашыусылар булды.
«Фортепиано» номинацияһында Минәхмәтова Ева (Урта махсус музыка колледжы, Өфө ҡалаһы, уҡытыусы Кәримова Л.Ф. синыфы), Насирова Розалиә (Республика музыка колледжы, Ижау ҡалаһы, уҡытыусы Бокова О.В. синыфы), Кравцова Дарья (Н.А. Римский-Корсаков исемендәге Санкт-Петербург музыка училищеһы, уҡытыусы Зуева А.Ф. синыфы) конкурстың 1-се премияһы лауреаттары булдылар. Жюриҙың айырым ҡарары менән Загреб исемендәге Музыка академияһынан (Хорватия) Далибалтаян Арсенға конкурстың Гран-прийы тапшырылды. «Камера ансамбле» номинацияһында Швейцариянан Домбровский Павел һәм Хәмиҙуллин Рөстәм еңеүсе булдылар.
Читайте нас: