Республикала 2019 йылда «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 133 һанлы һәм гуманитар профилле «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылғайны. Башҡортостан 2019 йылда булдырылған «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы өс субъект араһында.
Республикала «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре берҙәм төбәк селтәренә берләштерелгән, уларҙы БР Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә БР Мәғариф һәм фән министрлығы күҙәтә. Уларҙы методик тәьмин итеү, юғары белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеүҙәре ойошторолған.
2020 йылда Башҡортостан Республикаһында 42 «Үҫеш нөктәһе» булдырылды. 2021-2023 йылдарҙа «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә фәнни-ғәмәли һәм технологик йүнәлешендәге 638 үҙәк булдырыласаҡ. 2023 йылға Башҡортостан Республикаһнда асылған «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре һаны 813 буласаҡ.