Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Июнь 2021, 11:04

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ғәмәлгә ашырыла

Уның буйынса йәшел ҡалҡанды тергеҙеү, янғындарҙы һүндереү өсөн күпләп техника алына.

Республика урман фондында 15 апрелдән 18 апрелгә тиклем 114 янғын теркәлгән, уларҙың 65-е халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле сыҡҡан, 30 осраҡта – башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән, 17 осраҡта тәбиғи факторҙарға бәйле, ике осраҡта ут техноген объекттарҙан күскән. Һөҙөмтәлә зыян күргән майҙан 1389,107 гектарға еткән.
Уҙған тәүлектә Белорет урмансылығының Сосновка участкаһында 1,5 гектар майҙан зыян күргән. Утты һүндереүгә 13 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән. Янғынды ваҡытында һүндереүгә өлгәшкәндәр.
Шулай уҡ урман фондына күскән янғындар Ҡананикольск урмансығында теркәлгән. Унда 2,2 гектар урман зыян күргән. Утты һүндереүгә ун кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Инйәр урмансылығының Дубинск участкаһында 12,4 гектар майҙан янған. Уны һүндереүҙә 13 кеше һәм туғыҙ берәмек техника ҡатнашҡан.
18 июнгә ҡарата дөйөм Башҡортостанда – I–III, Баймаҡ, Йылайыр, Күгәрсен, Әлшәй, Учалы райондарында – IV, Хәйбулла районында V класлы янғын хәүефе һаҡлана. Ошоға бәйле республиканың Урман хужалығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ. Шулай уҡ янғын хәүефе булған осраҡта, ваҡытты һуҙмайынса, шунда уҡ “112” һандарын йыйып, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға кәрәк.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты нигеҙендә “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның буйынса йәшел ҡалҡанды тергеҙеү, янғындарҙы һүндереү өсөн күпләп техника алына.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.
Читайте нас: