Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Декабрь 2021, 16:00

Халыҡҡа - модулле фельдшер-акушер пункты

Ауыл халҡын ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы менән тәьмин итер өсөн район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан Һынны ауылындағы  модулле ФАП - та төҙөлөш эштәре дауам итә. Әлеге мәлдә бинала инженер селтәренә тоташтырыу эштәре бара. Өс миллион һум аҡсаға төҙөлгән яңы ФАП -та фельдшер бүлмәһе, ҡарау, процедура-прививкалар эшләү кабинеттары, шулай уҡ көтөү урыны һәм ярҙамсыл биналар урынлашасаҡ.

Халыҡҡа - модулле фельдшер-акушер пункты
Халыҡҡа - модулле фельдшер-акушер пункты

Благовещен районының Һынны ауылындағы  фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты талаптарына ярашлы төҙөлә. Ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтелеп, фельдшерҙың сифатлы эше өсөн бында бөтә шарттар булдырыласаҡ.  Яңы фельдшер-акушер пункты кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән дә тәьмин ителәсәк.

Ауыл халҡын ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы менән тәьмин итер өсөн район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан Һынны ауылындағы  модулле ФАП - та төҙөлөш эштәре дауам итә. Әлеге мәлдә бинала инженер селтәренә тоташтырыу эштәре бара. Өс миллион һум аҡсаға төҙөлгән яңы ФАП -та фельдшер бүлмәһе, ҡарау, процедура-прививкалар эшләү кабинеттары, шулай уҡ көтөү урыны һәм ярҙамсыл биналар урынлашасаҡ. Район үҙәгенән 30  саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан был ауылға сирлеләрҙе ҡабул итер өсөн киләсәк табиптар бригадаһы өсөн дә шарттар булдырыласаҡ. 

-Ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың, айырыуса оло йәштәгеләр, балаларҙың һаулығын ҡайғыртып, уларға сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеүҙе үҙ эсенә алған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендәге модулле фельдшер-акушер пунктының төҙөлөп бөтөүен бөтә ауылдаштар менән түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ҡулланыуға яраҡһыҙ булған иҫке фельдшер-акушер пукты урынына төҙөлгән яңыһы беҙгә Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булды, - тип һөйләне Һынны ауыл хакимиәте башлығы Константин Леонтьев.

Благовещен районының Яңы Надеждин ауылындағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты оҙаҡламай үҙ ишектәрен асһа, ә киләһе йылда ошо уҡ ауыл Советына ҡараған Языковта,  район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан  Иҫке Надеждинда ла яңы объекттар ҡалҡып сығасаҡ .

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Халыҡ һанын арттырыу, уларҙың  йәшәү сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү кеүек мөһим бурыстарҙы үҙ эсенә алған ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп йүнәлеше булып тора. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәрен, ямаш шештән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу ҙа бөгөн бик актуаль.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: