Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2022, 09:13

Башҡортостанда 2024 йылда интеллектуаль транспорт системаһы индерелә

Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев хәбәр итеүенсә, проект Өфө агломерацияһында тормошҡа ашырыла башлай. Федераль үҙәк Стәрлетамаҡ агломерацияһында системаны индереүҙе лә хупланы.

Башҡортостанда 2024 йылда интеллектуаль транспорт системаһы индерелә
Башҡортостанда 2024 йылда интеллектуаль транспорт системаһы индерелә

Башҡортостанда 2024 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә интеллектуаль транспорт системалары (ИТС) индерелә. Был эш быйыл башлана. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған кәңәшмәлә ошо мәсьәлә тикшерелде.

Сараларҙы тормошҡа ашырыуға 1,1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә. Шуның 850 миллион һумдан ашыуы – федераль аҡса. 2022 йылда проектты финанслау өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 409 миллион һум бүленә.

Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев хәбәр итеүенсә, проект Өфө агломерацияһында тормошҡа ашырыла башлай. Федераль үҙәк Стәрлетамаҡ агломерацияһында системаны индереүҙе лә хупланы.

– Тәүге этапта Өфөләге светофорҙарҙы яңыртабыҙ, – тип һөйләне Мансаф Низакаев. – Программа 134 интеллектуаль комплекс, махсус программа тәьминәте, мәғлүмәт таблолары, фотовидеотеркәү камералары, аҡыллы туҡталыштар, экологик метеостанциялар ҡуйыуҙы, юл карталарын һанлаштырыуҙы үҙ эсенә ала.

Ситуация үҙәген булдырыу плнлаштырыла, уның белгестәре юлдарҙағы хәлде күҙәтеп барырға тейеш. Шулай уҡ оператив мәғлүмәттәрҙе Республикаға идара итеү үҙәгенә тапшырыу күҙ уңында тотола.

Башҡортостан Башлығы республикала интеллектуаль транспорт системаларын индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был проект юл хәрәкәте менән идара итеү процестарын автоматлаштырырға, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, республика юлдарында хәүефһеҙлекте арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: